Украин пенсионерҙары, һәнәктәр һәм көрәктәр менән ҡоралланып, Донецк өлкә администрацияһын штурмланы. Митингыла ҡатнашыусылар коммуналь тарифтарҙы кәметеүҙе һәм льготаларҙы һаҡлауҙы талап итте. Акцияла йөҙләп кеше ҡатнашты. Улар, бина ишеген ватып инеп, һаҡсылар менән алышырға тотондо, сыуалышта бер милиционер тән йәрәхәттәре алды.
Был штурмды башлауға унан алда ғына Чернобыль һәләкәтен ликвидациялаусыларҙың митингыһын ҡыуып таратыу һәм акцияла ҡатнашыусыларҙың береһе һәләк булыуы сәбәпсе булды.
“Кисә кис милиция һөжүм итте һәм палатка эсендәге бер кешене үлтерҙе,-ти митингыны ойоштороусыларҙың береһе.- Фашистар өйөрө һымаҡ! Улар үҙ халҡын мыҫҡыл итә! Бөгөн булған ваҡиғалар геноцид хаҡында һөйләй. Ә был акция, халыҡтың баш күтәреп, киҫкен сараларға барып етергә әҙер икәнлеге хаҡында һөйләй.”
Донецкиҙа ноябрь уртаһынан бирле социаль льготалар һәм түләүҙәрҙе ҡыҫҡартыуға ҡаршы акциялар бара. Уҙған аҙнала урындағы властар Пенсия фонды алдындағы майҙандан митингыла ҡатнашыусыларҙың палаткаларын алып ташларға ҡушҡан. Лагерҙы һүткәндә, чернобылселәр һәм милиция араһында бәрелештәр була, акцияла ҡатнашыусыларҙың береһе үҙен насар тоя башлай. Оҙаҡламай ул тиҙ ярҙам машинаһында вафат була. Рәсми һөҙөмтә буйынса, ул инфаркттан үлгән.
Комментариев нет:
Отправить комментарий