среда, 30 ноября 2011 г.

Британия- Иран: китәбеҙ, китәбеҙ, китәбеҙ!


Бөйөк Британия, Ирандағы илселегенә һөжүмдән һуң, вәкиллектәге бөтә персоналды эвакуацияланы.

Бөйөк Британияға ҡаршы марштан айырылған бер нисә тиҫтә егет, “бөтһөн шпиондар”тип ҡысҡырып, комплекс территоряһына бәреп инә һәм бөтә нәмәне тар- мар итергә керешә: улар тәҙрәләрҙе вата, автомашиналарҙы яндыра һәм Англияның милли флагын яндыра. Илселек хеҙмәткәрҙәре араһында зыян күреүселәр юҡ.

Күптән түгел Иранға ҡаршы санкциялар пакетын ҡабул иткән рәсми Лондон был хәл өсөн яуаплылыҡты ил власына йөкмәтте һәм һөжүм өсөн Тегеранға “етди эҙемтәләр”менән янаны.

Һөжүм итеүселәрҙең әйтеүенсә, улар илселектә шпионлыҡты дәллиләүсе документтар тапҡандар. Был һөжүм ядро белгесе Мәжит Шәхриәрҙең йыллығында ойошторолдо. Иран ғалимының үлемендә Көнбайыштың һәм Израилдең махсус хеҙмәттәрен ғәйепләйҙәр. Тегерандың ядро программаһына ҡағылышлы Көнбайыш һәм Иран араһында арта барған көсөргәнешлелек тә быға сәбәпсе, әлбиттә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий