Брюсселдең күп вәкәләттәрен милли хөкүмәттәргә тапшырып, ЕС- та ағза булып тороуҙың һығылмалы системаһын булдырырға ниәтләүсе Британия премьер- министры Дэвид Кэмерондың Евросоветты кризистан сығыу юлдарына өйрәтеп маташыуы Брюсселдең йәнен көйҙөрҙө.
“Британлылар беҙҙең нимә эшләргә тейешлегебеҙҙе әйтә ала, әлбиттә,- ти Евроберләшмә председателе Жан- Клод Юнкер.-Әммә мин британлыларға шуны әйтер инем һәм мин быны әйтергә бурыслымын: Бөйөк Британияның бюджет дефициты евро зонаһындағы уртаса күрһәткестәрҙән ике тапҡырға артып китә. ”
“Мин диалог яҡлы,- тип өҫтәне Жан- Клод Юнкер,-тик мин эштәрен беҙҙән насарыраҡ башҡарғандарҙың өйрәтергә маташыуына ҡаршы.”
Бөйөк Британияның уҙған йыл аҙағындағы бюджет дефициты ВВП буйынса 10,1%, ә ЕС- та 3 % рөхсәт ителә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий