среда, 30 ноября 2011 г.

Көньяҡ Осетия: Алла Джиоева суд ҡарарына буйһонмаҫҡа саҡыра.

Көньяҡ Осетияның президентлыҡҡа кандидаты Алла Джиоева ял көнө булып үткән һайлау һөҙөмтәләрен инҡар иткән республиканың Юғары суды ҡарарын таныуҙан баш тартты. Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, оппозиция кандидаты Джиоева ышаныслы рәүештә еңеү яулаған. Ул инде үҙен дәүләт башлығы итеп иғлан иткән һәм дәүләт советы төҙөгән. Алла Джиоева Көньяҡ Осетияның граждандары ярҙамына өмөт итеүе хаҡында белдерҙе: “Кешеләр үҙҙәренең һайлау хоҡуғын яҡларға тейеш. Улар теләктәрен белдерҙе, хәҙер һайланғанды яҡлау зарур. Ә нисек итеп? Граждандарҙың буйһонмау акцияһы ярҙамында.”

Һайлау һөҙөмтәләрен инҡар итеүҙе ҡаршы яҡ шатланып ҡабул итте. Рәсәй президенты Дмитрий Медведевтың асыҡ теләктәшлеген тойған кандидат, ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Анатолий Бибилов суд ҡарарын үтәргә кәрәклеген белдерҙе. Рәсәйҙең сит ил эштәре министрлығы ла законға ярашлы властың юғары органдары ҡарарын хөрмәт итергә һәм үтәргә саҡырҙы. Бибилов Көньяҡ Осетия халҡын тыныс булырға өндәй, әммә күҙәтеүселәрҙең хәбәрҙәре буйынса, Кавказдағы был республикала хәлдәр көндән- көн көсөргәнешле төҫ ала.

Комментариев нет:

Отправить комментарий