четверг, 1 декабря 2011 г.

Британлылар пенсия реформаһына ҡаршы.


Бөйөк Британияла һуңғы 20 йыл эсендәге иң ҙур ҡаршылыҡ акциялары үтте: күп графстволарҙа мәктәптәр, юғары уҡыу йорттары һәм дәүләт учреждениелары ябылды, авитранспорт өҙөклөк менән эшләй.

Кесаҙна көн Лондондың һәм башҡа эре ҡалаларҙың урамдарына хөкүмәттең пенсия системаһын реформалауы һәм ҡаты экономия сараларына ҡаршы йөҙҙәрсә мең уҡытыусылар һәм дәүләт секторы хеҙмәткәрҙәре сыҡты.

Кризисҡа ҡаршы сараларҙың төп ауырлығы дәүләт секторына төшөүгә манифестацияла ҡатнашыусыларҙың йәне көйә:

“Хөкүмәт дәүләт хеҙмәткәрҙәренең пенсияһын һалымдың яңы формаһы сифатында файҙалана- был ғәҙел түгел! Улар дәүләт секторындағы пенсия фондынан башҡа дефицитты ҡаплатыу сығанаҡтары тапмағандар.”

Британияның пенсия реформаһы хаҡлы ялға сығыу йәшен күтәрә. Бынан тыш пенсия фондына кешеләр күберәк аҡса бүлергә тейеш булып сығалар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий