четверг, 1 декабря 2011 г.

Лондон Иран дипломаттарын ҡайтарып ебәрҙе.


Бөйөк Британия Лондондағы Иран илселеген яба һәм уның бөтә хеҙмәткәрҙәрен илдән ҡайтарып ебәрә. Бындай аҙым Тегерандағы Британия илселегенә һөжүмдән һуң эшләнде. Британия властары дипломатик мөнәсәбәттәрҙе өҙмәүҙәрен, әммә уны минимумға ҡалдырыуҙарын баҫым өҫтөнә ала.

Иран етәкселеге, үҙ сиратында, быны ҡыҙыулыҡ менән эшләнгән эш тип иҫәпләй һәм яуапһыҙ ҡалмаҫҡа вәғәҙә итә.

Иран парламенты спикеры Али Лариджани бына нимә тине:

“Студенттар ҡылған ҡылыҡ Иран йәмәғәтселеге фекеренең кәүҙәләнеше. Британия хөкүмәтенең һуңғы тиҫтә йыл эсендә үҙен нисек тотоуы иранлыларҙың йәнен көйҙөрә.”

Британия дипломаттары һәм хеҙмәткәрҙәре ғаиләләре менән Тегерандан эвакуацияланған. Илселектәге биналарҙы полиция һаҡлай, студенттар унан киткән. Ҡаршы сығыусыларҙың һүҙҙәре буйынса, улар шпионлыҡта һәм неоколониялизм политикаһын үткәреүҙә ғәйепле Бөйөк Британия менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙең өҙөлөүен маҡсат итеп ҡуйғандар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий