четверг, 1 декабря 2011 г.

Көрсөк СПИД менән көрәшкә ҡамасаулай.

Глобаль иҡтисади көрсөк СПИД менән көрәште хәүеф өҫтөнә ҡуя. 1 декабрҙә, традиция буйынса бөтә донъяла СПИД- ҡа ҡаршы көрәш көнө үткәндә, активистар хөкүмәттәрҙе, бюджет сығымдарын түбәнәйтеү бик кәрәк булһа ла, ауырыуҙарҙы субсидиялауға һәм яңы дарыуҙар уйлап табыуға инвестицияларҙы кәметмәҫкә саҡыра.

“Әгәр хәйриә ойошмалары минең дауалау курсымды финанслауҙы туҡтатһа,-ти ВИЧ йоҡторған Кения ҡатыны Табита Киоко,- был минең өсөн үлем хөкөмө менән бер буласаҡ.”

СПИД менән ауырыуҙың йыллыҡ дауалау курсы 24 000 долларға барып баҫыуы ихтимал. Был алға киткән илдәрҙәге ауырыуҙар өсөн дә ҙур аҡса, ярлы илдәрҙе иһә әйтеп тораһы ла түгел.

“Финанслау- һәр саҡ проблема,- ти Найробиҙағы “Врачтарға сиктәр юҡ”ойошмаһының координаторы.-Сығымдарҙы кәметеү иртәгә, иртәгә һуң һиҙелмәҫ тә, бәлки, тик ул домино эффектына оҡшаш эҙемтәләргә килтереүе мөмкин, ә улар менән көрәш ҡатмарлы буласаҡ.”

2010 йылда был үлемесле эпидемия менән көрәш сығымдары һуңғы тиҫтә йылды алғанда беренсе тапҡыр түбәнәйҙе. Донъяла хәҙер 33 миллион кеше йә ВИЧ, йә СПИД менән йәшәй. Йыл һайын йәнә 2,5 миллион кеше был ауырыуҙы йоҡтора.

Комментариев нет:

Отправить комментарий