пятница, 2 декабря 2011 г.

Рәсәй: Думаға ваҡытынан алда тауыш биреүҙәр дауам итә.


Рәсәйҙә алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһына ваҡытынан алда тауыш биреүҙәр дауам итә. Унда 150 мең самаһы кеше ҡатнаша. Һайлау комиссияһы вәкилдәре һайлау участкалары булмаған илебеҙҙең иң төпкөл мөйөштәренә юлланды:

“Кешеләр үҙҙәренең конституцион хоҡуҡтарын тормошҡа ашыра алһын өсөн, хатта ике генә кеше булһа ла, беҙ унда барып етергә тейешбеҙ”.

Алыҫ Төньяҡ халҡы, моряктар, Поляр һыҙыҡ артында йәшәүсе хәрбиҙәр, ғалимдар үҙҙәренең кандидаттары өсөн тауыш бирҙеләр ҙә инде. Сит илдәрҙәге консуллыҡтар теркәүендә торған россиянлылар өсөн 146 илдә 367 һайлау участкаһы асылды.

Һайлауҙарҙа 7 политик партия ҡатнаша: башында идара итеүсе президент һәм премьер- министр торған “Берҙәм Рәсәй”, Григорий Явлинскийҙың “Алма”либералдары, Сергей Мироновтың “Ғәҙел Рәсәй”е, Владимир Жириновскийҙың үтә уңдары һәм Геннадий Зюгановтың коммунистары.

Һайлау алдынан алып барылған һорашыуҙар буйынса,”Ғәҙел Рәсәй” һәм коммунистар яҡлылар күбәйеү сәбәпле, “Берҙәм Рәсәй” Думала конституцион күпселекте юғалтыуы ихтимал.

Комментариев нет:

Отправить комментарий