Төньяҡ Кореяның тиҫтәләгән мең кешеһе үҙҙәренең башлығы Ким Чен Ир менән хушлашырға килгәндә, илдәге власты тапшырыу мәсьәләһе күршеләрҙе лә, донъя йәмәғәтселеген дә борсой. Пхеньянға һәм Пекинға яҡын сығанаҡтар буйынса, мәрхүмдең вариҫы булырға тейешле Ким Чен Ын юғары лидер вәкәләттәрен хәрби элита ҡатнашлығында КХДР-ҙа Ким Чен Ир-ҙан ҡала икенсе урында торған ағаһы менән бүлешеүе ихтимал.
Ҡытай политологтарының һүҙҙәре буйынса, “ядро ҡоралына эйә булған илдәге властың яйлап тапшырылыуы бөтә региондың мәнфәғәттәренә тап килә.” Шул уҡ ваҡытта политик тотороҡһоҙлоҡ ҡасаҡтарҙың күбәйеүенә килтереүе һәм ядро ҡоролмаларын ҡаты контролдә тотоу эшен хәүеф аҫтына ҡуйыуы мөмкин. Дүшәмбе көн Төньяҡ Кореяла, АҠШ-ты һәм КХДР-ҙың эске эштәренә ҡыҫылырға маташҡан башҡа илдәрҙе ҡурҡытыу өсөн, ракета һынауҙары үткәрелде.
Шул уҡ ваҡытта Төньяҡ Кореяла кешеләр урамдарҙа һыҡтап илай, юлбашсылары менән хушлашыр өсөн төндәр буйы сиратта тора. Кубала 3 көнлөк матәм иғлан ителгән.
Ким Чен Ир шәмбе көн йөрәк өйәнәгенән 69 йәшендә вафат булған. Ул 28 декабрҙә ерләнәсәк.
КХДР-ҙа рәсми траур 11 көн дауам итәсәк.
Комментариев нет:
Отправить комментарий