Оппозиция активистары блогер Алексей Навальный һәм “Теләктәшлек”хәрәкәте лидерҙарының береһе Илья Яшин шаршамбыға ҡарай төндә иреккә сыҡты. Улар парламент һайлауҙарындағы тауыштар иҫәпләнгәс, 5 декабрҙә үткән митингыла полицияға буйһонмаған өсөн 15 тәүлеккә ҡулға алынғайны.
Навальный үҙенең киләсәккә пландарын иғлан итте:
“Президент һайлауҙарының стратегияһы ябай. Парламент һайлауҙарының стратегияһы шундай ине: жулик һәм бурҙарҙың фирҡәһенән башҡа теләһә ниндәй фирҡә өсөн тауыш бир. Хәҙер жуликтар һәм бурҙар фирҡәһе президентлыҡҡа үҙенең төп жулигын һәм бурын сығармаҡсы, билдәле, беҙ уға ҡаршы тауыш бирергә, уға ҡаршы көрәшергә тейеш.”
Таҙа быуалар районында 5 декабрҙә үтәсәк “Һайлауҙар- фарс”лозугыһы аҫтындағы ҡаршылыҡ акцияһына санкция алынғайны, әммә унда ҡатнашыусыларҙың ҡайһы берҙәре теҙелеп Лубянка майҙанына йүнәлгәс, полиция уларҙы ҡулға алды.
Навальныйҙың әйтеүенсә, оппозиция митингылары властар фирҡәләрҙе теркәмәй, мутлашыуҙар булған участкаларҙа ҡайтанан һайлауҙар үткәрмәй тороп туҡталмасаҡ.
Киләһе ҙур ҡаршылыҡ акцияһы 24 декабргә тәғәйенләнгән.
Комментариев нет:
Отправить комментарий