Мысыр хәрбиҙәре демонстрацияға сыҡҡан ҡатынды туҡмай. Интернеттағы был видеокадрҙар бөтә донъяла асыу тойғоһо уятты.
Хәрбиҙәрҙең манифестацияла ҡатнашыусыларға ҡарата артыҡ ныҡ көс ҡулланыуына БМО-ның генераль секретары Пан Ги Мун да үҙенең хәүефләнеүен белдерҙе.
Шишәмбе көн Ҡаһирәлә 2 мең тирәһе ҡатын- ҡыҙ, хәрбиҙәрҙең эшмәкәрлеге менән ризаһыҙлығын белдереп, урамдарға сыҡты. Акцияла ҡатнашыусыларҙың береһе бына нимә һөйләй:
“Беҙ хәрбиҙәрҙең туҡталыуын талап итәбеҙ. Улар еңелде. Улар илде түгел, урамдағы ҡатын- ҡыҙҙы ла яҡлай алмай.”
Ҡушма Штаттар ҙа Мысырҙағы ҡаршы сығыусыларға ҡарата көс ҡулланыуға ҡарта етди боролоу белдерә. АҠШ-тың дәүләт секретары Хиллари Клинтон Мысыр властарын кеше хоҡуҡтарын хөрмәт итергә өндәне.
“Даими рәүештә мысыр ҡатындарын кәмһетеү революцияны ла, дәүләтте лә хурлай, бөйөк халыҡ быға лайыҡ түгел,-”тип белдерҙе Клинтон.
Әле булһа Ҡаһирә үҙәгендә сыуалыштар туҡталмай. Манифестацияла ҡатнашыусылар кисекмәҫтән власты граждандар етәкселегенә тапшырыуҙы талап итә. Хәрбиҙәр менән бәрелеш ҡорбандары һуңғы 5 көн эсендә 14 кешегә артты.
Комментариев нет:
Отправить комментарий