вторник, 20 декабря 2011 г.

Төньяҡ Кореяның “яңы йондоҙо.”

“Бөйөк вариҫ,” “Яңы йондоҙ”, “Күркәм иптәш”-атаһының вафатынан һуң власты мираҫ итеп алған Ким Чен Ирҙың кесе улы Ким Чен Ынды Төньяҡ Кореяла ошо исемдәр менән атау ғәҙәткә ингән.

Ким Чен Ын Швейцарияла Берндағы халыҡ- ара мәктәптә, аҙаҡ тыуған илендәге Ким Ир Сен исемендәге Хәрби университетта белем алған.

Тыуған көнө аныҡ ҡына билдәле түгел, ул 1982-1984 йылдарҙа тыуған булырға тейеш. Әсәһе Ко Ен Хи исемле актриса.

Биографияһында шул ҡәҙәр аҡ таптар булған кешенән нимә көтөргә?

“Прогресҡа йәки реформаларға ынтылыуҙы унан көтөргә кәрәкмәҫ, тип уйлайым. Уға әле үҙенең көсөн иҫбатларға, етәксе сифатында нығынырға кәрәк буласаҡ. Яҙмыш шаярыуы буйынса был осор Төньяҡ Кореяның халыҡ- ара һөйләшеүҙәрҙә яңы этапты башлаған ваҡытына тура килде,-”ти Азиялағы Халыҡ- ара хәүефһеҙлек программаһы директоры Рори Медкэпф.

Уҙған йылдың октябрендә, армия генералы дәрәжәһе бирелгәндән һуң, Ким Чен Ын Корея Хеҙмәт партияһының 65 йыллығына бағышланған хәрби парадта трибунала атаһы менән йәнәш күренде. Тап ошо факт арҡаһында донъя йәмәғәтселеге Ким Чен Ирҙың үҙ вариҫын билдәләүен аңланы.

“Көтөлмәгән ваҡиғаларға әҙер тороу яҡшыраҡ,- тип иҫәпләй халыҡ- ара мөнәсәбәттәр буйынса япон белгесе Томохико Танигучи.-Власты мираҫ итеп алыу процесы бик үк ышаныслы түгел, шуға күрә кем вариҫ икәнен белһәк тә, Ким Чен Ындың атаһының урынына проблемаһыҙ ғына барып ултырыуына өмөт юҡ.”

Вариҫ һуңғы йылдарҙа халыҡ алдында һәр саҡ атаһы менән бергә күренде, әммә бер ниндәй ҙә белдереүҙәр яһаманы, күләгәлә ҡала килде. Йәмәғәтселек фекере Төньяҡ Кореяла һуҡыр бер тин тормаһа ла, яңы етәксегә армияла һәм Кореяның хеҙмәт партияһында абруйын нығытаһы бар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий