вторник, 20 декабря 2011 г.

Филиппинда вафат булғандарҙы йәһәтерәк ерләргә тырышалар.

Филиппинда “Ваши”ғәрәсәтенең ҡорбандары меңгә яҡыная. Урындағы властарҙың мәғлүмәттәре буйынса, 50-ләп филиппинлы хәбәрһеҙ юғалған. “Ҡыҙыл тәре”хәбәр итеүенсә, хәбәрһеҙ юғалыусылар һаны 800 самаһы.

Филиппин президенты илдә милли матәм көнө иғлан итте.

Властар һәләк булғандарҙы тиҙерәк ерләргә тырыша: кәүҙәләр, ҡояшта тарҡалып, төрлө эпидемиялар таралыуға сәбәпсе булыуы ихтимал.

“Бергә ташланған кәүҙәләрҙе күргәс, ҡотом осто. Кешеләргә хайуан үләкһәләренә ҡарағандай ҡарайҙар, өҫтәренә ябып та тормай ҡояшта ҡалдыралар.”

Минданао утрауындағы Илиган һәм Кагаян-де Оро кеүек диңгеҙ буйы ҡалалары барыһынан да нығыраҡ зыян күрҙе. Тәбиғәт ҡазаһынан зыян күреүселәр һаны 350 мең кешегә барып етте.

Юлдарҙың йыуылыуы арҡаһында утрауҙың күп райондары бүленеп ҡалған. Һыу сығанаҡтарының бысраныуы, күп ҡасабаларҙа аҙыҡ- түлек етешмәүе хәлде тағы ла ҡатмарландыра.

Комментариев нет:

Отправить комментарий