вторник, 20 декабря 2011 г.

Брюссель: Украинаның Евроберләшмә менән интеграцияһы Тимошенко эшенә бәйле.

Украинаның Евроберләшмә менән ассоциацияһы хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу Юлия Тимошенкоға ҡаршы асылған енәйәт эшенә барып тоташа. Был хаҡта ЕБ саммитында Европа вәкилдәре белдерҙе. Улар элекке премьерҙы эҙәрлекләү политика менән бәйле тип иҫәпләй.

Украинаны “хоҡуҡи дәүләт тип атарға мөмкинме?” тигән һорауға Еврокомиссия етәксеһе Жозе Мануэл Баррозу былай тип яуап бирҙе:

“Дәүләт был мәсьәләлә алға бара. Хәҙер беҙ бында реформаларҙы нығытыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Украинаны хоҡуҡи дәүләт булараҡ көсәйтеү өсөн тырышабыҙ.”

Украина яғы, киләһе йылда килешеүгә имза ҡуйылыр, тип өмөтләнә. Украинаның президенты Виктор Янукович, Евроберләшмәнең илдәге демократияның насарайыуына ҡағылышлы бөтә иҫкәртмәләрен дә Киев иҫәпкә алыр, тип ышандырҙы.

“Евроберләшмә һәм Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙә билдәле бер баланс булдырыу Укринаға үҙ мәнфәғәтен яҡларға мөмкинлек бирәсәк,- ти аналитик Владимир Фесенко.-Европа менән интеграцияға улар өҫтөнлөк бирәләр. Газ мәсьәләһе Украинаны Европаға этәрә. Украина, газ мәсьәләһе буйынса Мәскәү менән мөнәсәбәттәрҙә Евроберләшмә уның союздашы булыр, тип өмөтләнә.”

Рәсәй менән газ контрактын төҙөгәндә үҙ вәкәләттәрен арттырған өсөн 7 йылға төрмәгә ултыртылған Тимошенко Украинаның Европа менән интеграцияға инеүенә кәртә булды.

“Хәҙер иһә күп нәмә асыҡланды- энергетика өлкәһендәге мәнфәғәттәр Украинаның политик һәм хоҡуҡи көн тәртибен билдәләй,-тип иҫәпләй хәбәрсебеҙ Серджио Кантоне.-Тик ундай практика Евроберләшмә принциптарына тап килмәй.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий