Охотский диңгеҙендәге “Кольская” быраулау платформаһының һәләкәте арҡаһында 16 кеше һәләк булған. Эҙләнеү- ҡотҡарыу эштәре бер генә секундҡа ла туҡталмай. Әлеге мәлдә иҫән ҡалғандарҙы эҙләү менән 4 судно шөғөлләнә.
14 кешене ҡотҡарғандар. Бик ныҡ өшөгән дүртәүһен Ноглики ҡасабаһының дауаханаһына килтергәндәр. 7 кеше “Нефтегаз-55”буксиры бортында һәм өсәүһе “Магадан”боҙватҡысы бортында. 37 кешенең яҙмышы әлегә билдәһеҙ. Һәләкәт булған ерҙә ҡотҡарыусылар бер нисә һал тапҡандар, ләкин унда бер кем дә булмаған.
Камчатканан Сахалинға буксирланған “Кольская”платформаһы йәкшәмбе көн шторм ваҡытында Сахалиндан 200 километрҙа әйләнгән. Ҡоролма һыу аҫтына киткән.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, килеп тыуған хәлдең төп версияһы шундай: буксирлау барышында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлмәгән һәм һауа шарттары иҫәпкә алынмаған. Һәләкәт факты буйынса енәйәт эше асылған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий