понедельник, 19 декабря 2011 г.

Легаль булмаған юл менән Австралияға барырға ниәтләгән 217 кеше һәләк булған.

Балыҡ тотоу судноһының легаль булмаған юл менән Һиндостандан Австралияға барырға ниәтләгән 217 пассажиры элеккесә хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә.

Йәкшәмбегә ҡарай төндә бортында 250 кеше булған траулер Ява утрауынан 40 диңгеҙ миле алыҫлығында бата. 30 ир, бер ҡатын һәм ике баланы ғына ҡотҡара алалар.

Ява утрауының эҙләнеү- ҡотҡарыу хеҙмәте вәкилдәренең һүҙе буйынса, көслө шторм һәм насар күренеү шарттарында уларҙың ҡотолоуы икеле.

”Беҙ Афғанстан, Иран, Пакстан, Төркиә һәм Сәғүд Ғәрәбстанынан 250 пассажир инек”,- тип һөйләй ҡотолоусыларҙың береһе.

”Мин Ирандан. Беҙҙең илдә проблемалар күп, азатлыҡ юҡ, шуға күрә беҙ уны Австралия кеүек башҡа илдәрҙә табырға өмөтләнәбеҙ,-” ти икенсеһе.

Иҫке генә балыҡ тотоу судноһы команда менән бергә 100 кешегә иҫәпләнгән булған. Лыҡа тулған килеш ул диңгеҙгә сыға һәм тулҡын килтереп бәргәс, бик тиҙ диңгеҙ төбөнә китә.

Иҫән ҡалғандарҙың һүҙҙәре буйынса, 250 пассажирҙың күптәре өҫкә күтәрелә лә алмай ҡала. Австралияға барыу өсөн улар 2 меңдән 4 мең евроға ҡәҙәр аҡса түләгән булған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий