Филиппиндағы тәбиғәт ҡазаһы ҡорбандары 1500 самаһы булып килә. Граждандар оборонаһының миили хеҙмәте һәр сәғәт һайын тиерлек ҡайғылы исемлекте яңыртып тора. Ҡазаға дусар булған райондарҙа харабалар араһында ҡаҙыныу эштәре дауам итә.
Филиппин балыҡсылары диңгеҙҙә һәм күрше утрауҙарҙа йөҙәр саҡрымдарға тулҡын алып киткән кәүҙәләрҙе табалар.
Меңләп кеше әле булһа хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә, уларҙы иҫән- һау килеш табыуға өмөт юҡ тиерлек.
“Ваши” ғәрәсәте Минданао утрауына 16 декабрҙә ябырылғайны. Ел һәм хәтәр ташҡын тиҫтәләрсә мең бинаны, транспорт селтәрен юҡ итте, ҡайһы бер алыҫ ҡасабаларға ҡотҡарыусылар әле булһа барып етә алмай.
300 мең кеше йорттарынан мәхрүм булды. Уларҙың күбеһе ауыр шарттарҙа ваҡытлы лагерҙарҙа көн итә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий