понедельник, 26 декабря 2011 г.

Израилдең парламент комиссияһы үткән быуат башындағы Ғосман империяһындағы әрмәндәргә ҡарата геноцидты таныу мәсьәләһен тикшерә. Хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ултырышта ниндәйҙер ҡарар ҡабул итеү планлаштырылмай, әммә, күҙәтеүселәрҙең билдәләүенсә, был проблеманы ҡалҡытыу үҙе үк Израиль һәм Төркиәне ысынлап дошманлаштырыуы ихтимал.

Ике ил араһындағы мөнәсәбәттәр Израилдең “Азатлыҡ флотилияһы”н штурмлауы өсөн рәсми рәүештә ғәфү үтенеүҙән баш тартыныуынан һуң хөртәйгәйне. Был флотилия төрөктәрҙең “Мауи Мармара”паромы менән бергә 2010 йылдың майында Газа секторы блокадаһын өҙөргә маташҡайны. Паромды Израиль спецназы штурмлағанда 9 төрөк гражданы һәләк булды.

Бер нисә көн элек француз парламенты әрмәндәргә ҡарата геноцидты инҡар итеүселәрҙе енәйәт яуаплылығына тарттырыу хаҡында закон проектын ҡабул итте. Анкара был ҡарарға ҡырҡа ҡаршы сыҡты. Илдең премьер-министры Франция властарын расизмда, дискриминацияла һәм сиктән сыҡҡан ксенофобияла ғәйепләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий