понедельник, 26 декабря 2011 г.

“XXI быуат ҡояшы”н ҡоштар ҙа юҡһына.

Төньяҡ Кореяла Ким Чен Ирҙы ерләүгә 2 көн ҡалды һәм матәм саралары дауам итә. Пхеньянда, Кымсусан мемориаль комплексы алдында меңләгән корейҙар, үҙҙәренең лидерына баш эйеп, уның вариҫы Ким Чен Ынға тоғролоҡҡа ант итеү өсөн сиратҡа баҫа. Сит ил илселәрен һәм халыҡ- ара ойошмаларҙың хеҙмәткәрҙәрен дә шунда саҡыралар.

КХДР-ҙың телевидениеһы илдәге матәм сараларынан репортаждар күрһәтә. Улар араһында ғәҙәти булмағандары ла бар, мәҫәлән, илдең төньяҡ- көнбайышындағы ауылдарҙың береһендә урындағы халыҡ бер нисә тиҫтә һайыҫҡанды күргән. Улар шым ғына Ким Ир Сенға бағышланған стелла янында Ким Чен Ирҙы юҡһынғандар.

”Был тәбиғәт феномены ғына түгел,-ти урындағы кешеләрҙең береһе.-Тимәк, беҙҙең һөйөклө башлығыбыҙ- бөйөк шәхес. Бөтә донъя халыҡтары кеүек тәбиғәт тә уны онота алмай. Беҙ уның йөрәктәрҙе йылытырлыҡ яҡынлығын тоябыҙ.”

Халыҡтың журналистарға һөйләүенсә, бер аҙҙан һуң һайыҫҡандар, шулай уҡ шым ғына күтәрелеп, Пхеньян яғына осоп киткән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий