Палестина ЮНЕСКО- ның 195- се ағзаһы булды.
АҠШ һәм Израилдең ныҡ ҡаршы тороуына ҡарамаҫтан, Палестина үҙ теләгенә иреште, тик ЮНЕСКО-ға был ҡарар өсөн бик ҙур хаҡ түләргә тура киләсәк.
Палестинаны дәүләт булараҡ таныған теләһә ниндәй ойошмаға финанс ярҙамы күрһәтмәү хаҡындағы законға таянып, Вашингтон БМО-ның мәғарифҡа, ғилми һәм мәҙәниәт проекттарына аҡса бүлеүҙе туҡтатты.
ЮНЕСКО-ның генераль директоры Ирина Бокова “Евроньюс”ҡа биргән интервьюһында был ойошманың киләсәген нисек күҙаллауы тураһында һөйләне.
Ирина Бокова: Американың ҡаршы сығыуы ойошманың иҡтисади хәлен ауырайтты. Масштаблыраҡ эҙемтәләр, политик эҙемтәләр ҙә бар: кемдер беҙҙе был ҡарар менән ҡотлай, кемдер ғәйепләй. Әммә иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Палестинаны ЮНЕСКО-ға алыу мәсьәләһе көн тәртибендә 22 йыл буйы торҙо, был ҡапыл ғына ҡабул ителгән ҡарар түгел. Нисек кенә булмаһын, 107 ил риза булып тауыш бирҙе.
”Евроньюс”: Ҡабул ителгән ҡарарҙың матди эҙемтәләре ниндәй, юғалтыуҙар һиҙелерлекме?
Ирина Бокова: АҠШ-тың ЮНЕСКО бюджетындағы өлөшө арыу ғына икәнлеген ономайыҡ, ул- 22%. 15 миллиондан 20 миллионға ҡәҙәр өҫтәмә фондтар ҙа улар ҡулында. Йыллыҡ бюджетты тәшкил иткән 72 миллионға ҡушһаң, юғалтыуҙар йылына 100 миллион долларға барып баҫа. Быға 2012 йылға Израилдең взнос түләмәүен дә өҫтәһәң, был да бюджеттың арыу ғына өлөшөн тәшкил итә. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: Америка ағымдағы 2011 йыл өсөн взносын түләмәне. Мин Конгресҡа һәм америка халҡына мөрәжәғәт иттем, Конгресс законды үҙгәртер һәм финанс мәсьәләләре яйға һалыныр тип өмөтләнәм.
”Евроньюс”: ЮНЕСКО, тимәк, АҠШ-тың финанслауына өмөт итә ала?
Ирина Бокова: Өмөттө юғалтмайбыҙ.
Евроньюс: Аҡса етмәү сәбәпле ҡайһы бер проекттар туҡтатылып торасаҡ. Был Ирактың юридик системаһын реформалауға һәм һыу мәсьәләһен хәл итеүгә ҡағыла. Йәнә ҡайһы программалар хәүеф аҫтында?
Ирина Бокова: Тәүге нәүбәттә шуны әйтергә кәрәк: был программар ҙур әһәмиәткә эйә, ә хәҙер Иракта һәм Афғастанда уларҙы томошҡа ашырыу икеле. Бюджет юғалтҡан 22 процентты һәм ошо йылдың юғалтыуҙарын да берләштерһәң 30 % булып китә. Был иһә проекттарҙы кисектерергә мәжбүр итә.
Мин тағы бер миҫал килтерер инем. Һүҙ беҙҙең халыҡ- ара океанография комиссияһы эше хаҡында бара. Ул төрлө цунамиҙар хаҡында хәбәр итеүсе бөтә системаларҙың эшен координациялай.
Йыл башында Японияла ер тетрәү, Фукусималағы емереүҙәргә килтергән цунами булғас, беҙ биш минут эсендә хәүеф хаҡында иҫкәртә алдыҡ.
”Евроньюс”: Ҡайһы берҙәрҙең фекеренсә, тауышҡа ҡуйып, Палестинаны таныу ЮНЕСКО вәкәләтендә түгел. Бындай ҡарарҙар ҡабул итеп, ЮНЕСКО мандат сиктәренән сыҡманымы?
Ирина Бокова: Әйтеүе ауыр. Был дәүләт- ағзалар ҡарары. Эшмәкәрлегебеҙҙең башҡа мөһим яҡтарын иҫәпкә алмайынса, политик күҙлектән сығып тәнҡитләүҙәре бик йәл, әлбиттә.
“Евроньюс”: Белеүемсә, ЮНЕСКО иғәнә йыйыу кампанияһын башлаған. Тик ул бик үк уңышлы бармай, буғай?
Ирина Бокова: Мин миллион долларҙар йыйыуға өмөт тә итмәгәйнем. Тик был ЮНЕСКО эшмәкәрлеген кешерләрҙең етди яҡлауы тураһында һөйләй. Шул уҡ ваҡытта ЮНЕСКО- лағы ил- ағзалар бюджетҡа взнос индерергә, ойошмаға хөрмәт менән ҡарарға бурыслы, шуға күрә мин АҠШ үҙенең законын үҙгәртер тип өмөтләнәм.
”Евроньюс”: ЮНЕСКО-ның миссияһы- фәҡирлеккә ҡаршы һәм белем биреү, фекер азатлығы өсөн көрәш. Һеҙҙең ойошма “ғәрәп яҙы”менән бәйле өмөттәргә һәм проблемаларға нисек ҡарай?
Ирина Бокова: “Ғәрәп яҙы”н беҙ дәртләнеп ҡаршы ҡалдыҡ, сөнки кешелек дәрәжәһе үҫеүгә, кеше хоҡуҡтары үтәлеүгә өмөт уянды. Яҡшыраҡ тормошҡа өмөт уянды. Тәүге көндәрҙән үк ундағы ҡайһы бер илдәрҙең асыҡлыҡҡа, демократияға, яңы социаль һәм политик тәртиптәргә табан аҙымын хуплап ҡаршыланыҡ.
Һайлауҙарҙы яҡтыртыу өсөн Тунис журналистарын әҙерләү тәүге проекттарҙың береһе булды. Был эш ябай күренһә лә, тәжрибә талап итә.
Бер нисә йыл элек Иракта башҡарылған эштәребеҙ уғата мөһим. АҠШ-тың ярҙамы менән балалар китаптарының йөкмәткеһен үҙгәрттек. Был уларға төрлө хөрәфәттәрҙән, башҡа культураларға һәм диндәргә дошманлыҡтан ҡотолорға ярҙам итәсәк.
Һәм, әлбиттә, төп бурысыбыҙ- мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау. Беҙ уларҙы законһыҙ рәүештә, контрабанда юлы менән илдән сығарыуға, Ливия, Мысыр, Туниста ҡиммәтле археолгик объекттарҙың таланыуына хәүефләнәбеҙ. Үҙебеҙҙе былар өсөн яуаплы тоябыҙ.
”Евроньюс”: ЮНЕСКО был исемлеккә “материаль булмаған мәҙәни мираҫ ” итеп ҡарап, культура традицияларын да индерҙе. Материаль булмағанды нисек һаҡларға һуң?
Ирина Бокова: Был бик ҡыҙыҡлы һорау. Тәүҙә “материаль булмаған мираҫ”Африка өсөн концепция ине, әммә яйлап башҡа илдәр ҙә халыҡтарҙың милли традицияларын һаҡлау бөтә донъя культураһын һаҡлауҙың бер өлөшө икәнлеген аңланылар. Урындағы традицияларҙы яҡлап, һаҡлап, беҙ халыҡтарҙа үҙ мәҙәниәте менән ғорурланыу тойғоһон уяныуға булышлыҡ итәбеҙ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий