среда, 14 декабря 2011 г.

Кучманың ғәйебе иҫбат ителмәне.

Украинаның элекке президенты Леонид Кучмаға ҡарата асылған енәйәт эше нигеҙһеҙ тип табылды- Киевтың Печерский суды ошондай һығымтаға килде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ошо йылдың мартында Генпрокуратура Кучманы властан артыҡ файҙаланыуҙа һәм шул арҡала журналист Георгий Гонгадзеның үлеменә сәбәпсе булыуҙа ғәйепләп енәйәт эше асҡайны.

Гонгадзе 2000 йылдың 16 сентябрендә юғала.

Ике айҙан һуң уның кәүҙәһен Киев өлкәһендәге Тараща ҡалаһы янындағы урманда табалар.

Унан һуң күп тә тормай президент Кучма кабинеты дәүләт һағы офицеры Мельниченко яҙҙырған тип иҫәпләнгән аудиояҙмалар халыҡҡа сығарыла. Яҙмаларҙа Кучма тауышына оҡшаған тауыш журналисты “урынына ултыртырға”ҡуша.

“Кассета ғауғаһы”нан һуң Мельниченко сит илгә ҡаса.

Дәүләттең элекке башлығы үҙенең үлтереүгә ҡыҫылышын ҡырҡа инҡар итә.

Репортер Георгий Гонгадзе Кучма политикаһын тәнҡитләүселәрҙең береһе була. Кучмаға ҡаршы сығыштар 2004 йылда “ҡыҙыл- һары революция”ға алып килә һәм властың алмашыныуы менән тамамлана.

Комментариев нет:

Отправить комментарий