среда, 14 декабря 2011 г.

Ливия: властар менән ризаһыҙлыҡ һәм ҡәбиләләр араһында алыш.

Ливия ҡалаһы Бенгазиҙа меңдәрсә кеше манифестацияға сыҡты- был яңы властарҙың эшмәкәрлеге менән тәүге ҙур ризаһыҙлыҡ акцияһы. Революция ҡалаһы халҡы, Муаммар Каддафиҙы бәреп төшөргәс тә, тормоштарының яҡшы яҡҡа үҙгәрмәүенә йәндәре көйә. Демонстрацияла ҡатнашыусылар илдәге тәртиптәр менән риза түгел, улар эш урындары булдырыуҙы һәм хәүефһеҙлекте талап итә.

Ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусыларҙың береһе Милли күсеш советы башлығы Мостафа Әбдел Йәлилгә мөрәжәғәт итте:

“Зинһар, ҡалдыр беҙҙе! Әгәр беҙгә ярҙам итергә ҡулығыҙҙан килмәй икән, башҡа кешегә мөмкинлек бирегеҙ- беҙҙең талаптарҙы үтәй алған кеше президент булһын.”

Ҡәбиләләр араһында барған ыҙғыш тормошто артабан ҡатмарландыра. Шишәмбе Зинтандағы ҡораллы бәрелеш арҡаһында 4 кеше һәләк булды. Урындағы аҡһаҡалдар тыныслыҡ хаҡында килешә алды, әммә ул тыныслыҡ ныҡлы түгел.

Милли күсеш советы халыҡты ҡорал ташларға һәм үҙ- ара бәрелештәрҙе туҡтатырға саҡыра. Тик яңы властар ваҡиғаларҙы контролдә тота алмай. Илгә граждандар һуғышы хәүефе янай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий