среда, 14 декабря 2011 г.

Медведев оппозицияға эш урындары вәғәҙә итә.


Рәсәй президенты Медведев яңы саҡырылыш Дәүләт Думаһының эш башлауы хаҡындағы указға ҡул ҡуйҙы. Уның тәүге ултырышы 21 декабрҙә буласаҡ. Дәүләт башлығы үҙенең ҡала ситендәге резиденцияһында 7 процентлы барьерҙы үткән фирҡәләрҙең етәкселәре менән осрашты һәм Дума комитеттары постарының ҡайһы берҙәрен оппозицияға бирергә кәрәклеге тураһында әйтте.

“Халыҡ һайлауынан барыһы ла риза булып бөтмәне, ҡайһы бер участкалар буйынса дәғүәләр бар,- тип белдерҙе РФ Президенты.-Һайлау комиссиялары һәм суд инстанциялары бөтә ялыуҙарҙы һәм дәғүәләрҙе ентекле тикшерергә бурыслы, әгәр закон боҙолһа, ғәҙел ҡарар ҡабул ителергә тейеш.”

Тиҫтәләгән мең мәскәүлеләр һәм башҡа ҡалаларҙың халҡы һайлау нәтижәләрен“Берҙәм рәсәй” фирҡәһе файҙаһына боҙоп күрһәтеүгә ҡаршы үҙған шәмбелә митингыларға сыҡты. Оппозиция бының менән генә туҡталып ҡалырға уйламай һәм 24 декабргә йәнә киң күләмле ҡаршылыҡ акцияһы әҙерләй.

Абруйлы “КоммерсантЪ-Власть” журналының баш редакторы Максим Ковальский нәшриәт йорто хужаһы Алишер Усманов тарафынан эшенән алынды. Сәбәбе-премьер Путин адресына әҙәпһеҙ һүҙҙәр яҙылған һайлау бюллетене фотографияһын баҫтырып сығарыу.

Комментариев нет:

Отправить комментарий