Хиггстың серле бозоны, ысынлап та, бармы? Ғалимдар теоретик йәһәттән ярты быуат элек үк бар тип иҫәпләгән өлөшсәләр әле булһа табылмаған. Серле элементты табыуҙың төп ҡоралы булып Швейцария һәм Франция араһында урынлашҡан Ҙур андрон коллайдеры тора. Шишәмбе көн Европа ядро тикшеренеүҙәре үҙәге эксперттары был темаға белдереү менән сығыш яһаясаҡ. Әммә, ғалимдар әйтеүенсә, сенсация көтөү кәрәкмәҫ.
Доктор Малькольм Фэйрбэрн, King’s College of Londonдағы физика уҡытыусыһы:
“Беҙҙең көндәлек тормошта бер нәмә лә үҙгәрмәйәсәк. Һүҙ Йыһандың барлыҡҡа килеүенә бәйле мәғлүмәттәр хаҡында бара. Беҙгә билдәле булған элементар киҫәксәләр нисек һәм ҡайҙан барлыҡҡа килгән, улар нисек материяға берләшкән. Был белемдәрҙе әле генә практик ҡулланыу мөмкин түгел. Бәлки, бик күп мең йылдар үткәс, Хиггс бозоны асышын нисек файҙаланыуҙы беҙ аңларбыҙ.”
Хиггс бозоны- элементар физиканың һуңғы, әле булһа табылмаған киҫәксәһе. Ғалимдарҙың фекеренсә, уның асышы Йыһандың барлыҡҡа килеүен һәм Ҙур шартлау теорияһын аңлатырға мөмкинлек бирер ине. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр донъяны танып белеүҙә уны шул ҡәҙәр мөһим тип иҫәпләгән, хатта уны һүрәтләгәндә “илаһи киҫәксә” терминын ҡулланған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий