вторник, 13 декабря 2011 г.

Туниста ваҡытлыса яңы президент.


Мансаф Марзуки, 65 йәшлек врач һәм хоҡуҡ һаҡлаусы, Тунистың яңы ваҡытлы башлығы булды.

Элекке президент бен Алиҙың дошманы һәм “Республика конгресы”-өс фирҡә коалицияһының береһен ойоштороусы өсөн Милли ойоштороу ассамблеяһындағы 202 кешенең 153-ө тауыш бирҙе. Өс кеше ҡаршы булды, икәүһе тауыш бирмәне, 44 депутат таҙа бюллетень һалды.

“Һеҙ миңә Тунис халҡы исеменән, дәүләт һәм революция исеменән эш итеүҙе ышанып тапшырҙығыҙ,- тип белдерҙе яңы президент.-Минең өсөн шунан да ҙур хөрмәт булыуы мөмкин түгел!”

Шишәмбе көн Марзуҡи Милли ассамблея алдында Ҡөрьән тотоп ант итте. Шулай итеп, алдынғы фирҡәләрҙең етәкселәре араһындағы дәүләттәге юғары постарҙы бүлеү хаҡындағы килешеү тормошҡа ашырылды.

23 октябрҙәге һайлауҙа еңеүгә өлгәшкән “Ан- Нахда” хәрәкәтенең уртасыл исламистары хөкүмәткә етәкселек итәсәк: премьер посын фирҡәнең генераль секретары Хәмәди Джебали аласаҡ.

Бынан алдараҡ ассамблеяның председателе итеп уң үҙәк Хеҙмәт һәм азатлыҡ демократик блогының етәксеһе Мостафа бен Йәғәфәр һайланғайны.

Ойоштороу ассамблеяһына йыл эсендә Тунистың яңы Конституцияһын эшләргә һәм илде киләһе һайлауҙарға әҙерләргә тура киләсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий