вторник, 13 декабря 2011 г.

Киот протоколын ҡотҡарыу: миссия үтәлерлекме?


Дурбанда БМО-ның климат үҙгәреүе хаҡындағы Рамкалы Конвенцияның 17- се конференция ағзалары йомғаҡлау белдереүе буйынса уртаҡ тел таба алмайҙар. Осрашыу рәсми рәүештә йома уҡ тамамланырға тейеш ине. Тик һөйләшеүҙәр әле булһа дауам итә. Ҡайһы бер илдәрҙең вәкилдәре Көньяҡ Африка Республикаһынан ҡайтып китһә лә, документ тексы өҫтөндә эш төнөн дә туҡталмай.

Евроберләшмәнең климат буйынса комиссары Кони Хедегаард өмөтөн өҙмәй:

“Хәҙерге мәлдә иң мөһиме- бирешмәҫкә, беҙ бит бында юлыбыҙҙың күп өлөшөн үттек инде. Ойоштороу проблемалары арҡаһында уны юғалтһаҡ, бик йәл буласаҡ.”

Коференция делегаттары, ә был 194 ил вәкиле, Киот протоколында билдәләнгән килешеү ваҡыты үткәнсе, парник газдарын атмосфераға сығарыуҙы кәметеү буйынса артабанғы сараларҙы билдәләргә тейеш. Дурбандағы ултырыш “Гринпис”активистарының һәм хөкүмәттеке булмаған башҡа ойошмаларҙың акциялары менән йәнәш бара. Демонстрацияла ҡатнашыусыларҙың плакаттарында шундай яҙыуҙар бар:

“Тирә- яҡ мөхитте бысратыусыларҙы түгел, ә кешеләрҙе тыңлағыҙ”,

“Документҡа бөгөн ҡул ҡуйығыҙ.”

Кеше эшмәкәрлеге арҡаһында былай ҙа һирәк ҡалған күп хайуандар юҡҡа сығыу ҡурҡынысы аҫтында тора. Улар араһында аҡ айыу, ҙур панда һәм тау гориллаһы бар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий