100 мең евро зыян! Мюнхендәге эскелек төнөнөң һөҙөмтәһе шундай. Унда 11 декабрҙә ҡала- тирә поездарҙа спиртлы эсемлектәр эсеүҙе тыйыусы закон ҡабул ителгәйне.
Шәмбенән йәкшәмбегә ҡарай төндә Мюнхен вокзалында электричкала һуңғы тапҡыр законлы рәүештә пиво йәки вино эсер өсөн 2 мең самаһы йәш- елкенсәк йыйылды. Эскелеккә ҡаршы кампания менән риза булмағандарҙың йыйылышы хаҡында Facebook cоциаль селтәрендә иғлан ителгәйне.
Әлеге ваҡытта Мюнхен полицияһы йәмәғәт транспортындағы тәртипһеҙлектәрҙе башлаусыларҙы һәм унда ҡатнашыусыларҙы билдәләү өсөн видеокүҙәтеү материалдарын тикшерә.
Ошондай уҡ акциялар транспортта спиртлы эсемлектәр тыйылған Гамбургта беренсе октябргә ҡаршы төндә булды.
Комментариев нет:
Отправить комментарий