понедельник, 12 декабря 2011 г.

Әл- Малики Обама менән Ирактың киләсәге хаҡында һөйләшәсәк.


Ирактың премьер- министры Нури әл- Малики, Америка президенты Барак Обама менән һөйләшеү өсөн, АҠШ-ҡа китте. Был визиттың темаһы булып Ирактан америка ғәскәрҙәрен сығарыу менән бәйле ике ил араһындағы хеҙмәттәшлектең яңы этабы тора.

Ошонан алда ғына америкалылар Калсу хәрби базаһындағы флагтарын төшөрҙөләр. Ул Ирактың оборона министрлығына тапшырылды. Был һуңғы хушлашыу церемонияһы ине.

“Беҙ Калсу базаһын ғәскәрҙәрҙе сығарыу графигына ярашлы рәүештә ҡалдырып китәбеҙ. Ул Раштыуаға ҡәҙәр тамамланырға тейеш,- ти подразделение командиры.-Бынан беҙ Кувейтҡа юлланабыҙ һәм унда артабанғы күрһәтмәләрҙе көтәсәкбеҙ.”

2007 йыл “Әл-Ҡаидә”боевиктарының әүҙемләшеүе арҡаһында Иракта бик күп америка ғәскәрҙәре тупланды – 165 мең кеше. 1 ғинуарҙан иһә 200 америка хәрбийе ҡаласаҡ.

Ирак ҡораллы көстәренең һәм полицияһының дөйөм һаны 900 мең кешегә етте. Америкалыларҙың уйынса, илдә тыныслыҡ булдырыу өсөн был етерлек. АҠШ-тың Саддам Хөсәйен режимын ҡолатыу маҡсаты ҡуйылған хәрби операцияһы 2003 йылдың мартында башланғайны.

Комментариев нет:

Отправить комментарий