Римда “Хәҙер булмаһа, ҡасан”лозунгыһы аҫтында ҡатын- ҡыҙҙар манифестацияһы үтте. Демонстрацияла ҡатнашыусылар Италия ҡатын- ҡыҙҙары репутацияһына зыян килтергән Берлускониҙың ҡыланыштарына ҡаршылыҡ белдерҙе.
Хәрәкәттең әүҙем ағзалары йәмәғәтселектең һәм политиктарҙың иғтибарын ҡатын- ҡыҙҙарҙың проблемаларына, уларҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләләренә йүнәлтергә теләй.
Акцияла ҡатнашыусылар фекере:
“Ҡатын- ҡыҙҙарҙың йәмғиәткә индергән өлөшөн иҫәпкә алмаған йәмғиәттең киләсәге юҡ.”
“Көндәлек тормошто ҡатын- ҡыҙҙар ойоштора, шулай булғас улар үҙҙәренең һүҙен , әлбиттә, ир- ат менән конфликтҡа инмәй генә, әйтергә тейеш.”
Митингыла ҡатнашыусыларҙың төп талабы- ике енестең тигеҙлеге. Римда был акцияға төрлө фирҡәләр, ассоцияциялар, билдәле шәхестәр ҡушылды. Манифестацияла барлығы 20 мең кеше, шул иҫәптән ирҙәр ҙә ҡатнашты.
Комментариев нет:
Отправить комментарий