пятница, 9 декабря 2011 г.

АҠШ- Иран: дрондарҙың ( хәрби роботтарҙың) атакаһы.


Йәкшәмбе көн Ирандың һауа һөжүменән һаҡланыу көстәре америкалыларҙың пилотһыҙ RQ-170 осоу аппаратын бәреп төшөрҙө.

Афғанстандағы хәүефһеҙлеккә ярҙам итеүсе Халыҡ- ара көстәр коалицияһында һуңғараҡ белдереүҙәренсә, Иран юҡҡа сығарҙыҡ тип һөйләгән пилотһыҙ аппарат Афғанстанда задание үтәү барышында юғалған.

Көнбайыш матбуғатындағы материалдар буйынса, Ирандың радиоэлектрон көрәш саралары ул аппаратты бәреп төшөрмәгән, ә Рәсәйҙән һатып алынған “Автобаза”комплексын ҡулланып, ипләп кенә ергә ултыртҡан.

17 кешенең ғүмерен өҙгән 12 ноябрҙәге Иран ракета полигонындағы шартлау һәм Исфахандағы ядро объектындағы шартлау, эксперттарҙың уйынса, Ирандың әүҙем рәүештә һуғышҡа әҙерләнеүе менән бәйле.

Был ноябрь уртаһында Халыҡ- ара атом агенствоһы Ирандың ядро прогаммаһына ҡарата “бик ҙур хәүефләнеү”белдергән резолюцияһын баҫып сығарғандан һуң була.

Комментариев нет:

Отправить комментарий