пятница, 9 декабря 2011 г.

27 булдыра алмағанды 17 булдырасаҡ.


Евроберләшмә саммиты ағзалары хеҙмәттәшлек килешеүенә үҙгәрештәр индереү мәсьәләһе буйынса уртаҡ тел тапманы. Был үҙгәрештәр финанс тәртибен нығытырға һәм уны боҙоу өсөн яуаплылыҡты арттырырға тейеш ине. Бөйөк Британияның быға риза булмауы арҡаһында, һөйләшеүҙәр евро зонаһы форматына күсерелде.

“Белеүегеҙсә, Евроберләшмә килешеүе реформаһында барлыҡ 27 ил дә ҡатнашыуын теләр инек. Тик инглиз дуҫтарыбыҙҙың позицияһы арҡаһында ул килеп сыҡманы. Шуға күрә был 17 хөкүмәт араһындағы килешеү буласаҡ, ә теләге булғандар уға ҡушыла ала,-”тип белдерҙе Францияның президенты Николя Саркози.

Дипломатик сығанаҡтар мәғлүмәттәре буйынса, Бөйөк Британия Евроберләшмәнең бюджет нормаларын реформалауҙа ҡатнашырға ризалыҡ биреүе өсөн артыҡ ҙур талаптар ҡуйған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий