среда, 7 декабря 2011 г.

Португалия: көрсөк- утты һүндерегеҙ.


Португалдарҙың Раштыуа байрамы алдынан бер ҙә ҡыҫылып йәшәгеләре килмәй. Көрсөк һөҙөмтәһе хатта урамдарҙың биҙәлешендә лә сағыла, әммә барыбер бөтәһе лә мөғжизә көтә.

Португалия хөкүмәте иҡтисадтың конкуренцияға һәләтлеген тергеҙеү өсөн, башҡа саралар иҫәбендә халыҡты үҙ етештереүселәренә таяныс булырға саҡыра.

“Тап хәҙерге ваҡытта португалдар ысын мәғәнәһендә үҙҙәрен португалдар итеп тойорға тейеш,-ти Раштыуа баҙары директоры,- был булғандың ҡәҙерен белеү, етештергән нәмәләребеҙҙе яҡлау ул. Бында, баҙарҙа, Португалия тауарҙарын ғына тәҡдим итәбеҙ. Был беҙгә Өсәүҙең ентекле ҡарашынан ҡотолорға ярҙам итәсәк.”

Ғәҙәттә был осорҙа Лиссабон урамдары балҡып тора, тик был юлы хөкүмәт байрам иллюминацияһынан баш тартты- бюджет 700 мең евроһын һаҡлап ҡалды.

Дизайнерҙар аҙ ғына сығымдар менән ҡаланы биҙәй алды:

“Лиссабонды байрамса яҡтыртыу урынына- уға барыһы ла күнеккәйне, иғтибарға ла алмай торғайны- беҙ яҡтыртыуға яңылыҡтар индерҙек, көрсөк байрамға ҡамасауламаясаҡ.”

Португалдар ауыр ваҡытта ла бөтә нәмәгә юмор менән ҡарарға тырыша. Баш ҡала урамдарына ҡулына португалия портвейны шешәһе тотҡан Ангела Меркель портреты менән раштыуа постерҙары урынлаштырылған. Унда шундай ҡотлау бар: “Ҡәҙерле Ангела! Португалия һеҙҙе ҡыйын хәлдә ҡалдырмаҫ! Раштыуа менән!

Комментариев нет:

Отправить комментарий