вторник, 6 декабря 2011 г.

”Гринпис” француз атом электростанцияларына үтеп инде.


Францияның атом электростанциялары Гринписактивистарының һөжүменә дусар булды. Улар ошо рәүешле тыныс атомдың нисек һаҡланыуын белергә булғайны.

Дүшәмбе көн иртән һис бер ҡыйынлыҡһыҙ гринпислылар ике атом станцияһы территорияһына- Ножансюр- Сене һәм Крюасҡа үтеп инде. 14 сәғәт үткәс кенә уларҙы һаҡсылар туҡтатты. Париждан алыҫ булмаған Ножан станцияһы реакторы өҫтөнә “йәшелдәр”шундай плакат элеп ҡуйҙы:”Хәүефһеҙ ядро энергияһы юҡ.”

”Беҙ Фукусималағы һымаҡ сценарийҙарға бөтөнләй әҙер түгелбеҙ. Теракттарға ла әҙер түгелбеҙ, сөнки улар беҙгә мөмкин булмаған нәмә төҫлө тойола,- ти “Гринпис” вәкиле Карин Гаван.- Ундай хәүефте бөтөнләй күҙ алдына килтермәйбеҙ, һөҙөмтәлә, беҙҙең атом станцияларыбыҙҙың ныҡлы һағы юҡ.”

Француз властары “йәшел”дәрҙең эшен ғәйепләне. Президент Саркози “үҙ тормошоңдо һәм башҡаларҙыҡын хәүеф аҫтына ҡуйыуҙы ҙур яуапһыҙлыҡ”тип атаны. Францияның эске эштәр министры Клод Геан гринпислыларҙың был акцияһынан һабаҡ алырға һәм атом станцияларына юлды ябырға вәғәҙә итте.

Франция электр энергияһына ихтияжының 75 процентын атом энергетикаһы иҫәбенә ҡаплай. Дүшәмбе көн Франция атом станциялары территорияһын һәм тирәһен полиция тикшереп сыҡты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий