вторник, 6 декабря 2011 г.

Мәскәүҙең Тверской судына Навальный һәм Яшиндың ҡулға алыныуына ҡағылышлы материалдар килде.


”Теләктәшлек”хәрәкәте рәйестәренең береһе Илья Яшин һәм билдәле блогер Алексей Навальныйға ҡағылған административ хоҡуҡ боҙоу хаҡында материалдар Мәскәүҙең Тверской судының 370 һанлы бүлегенә килтерелде.

Судтың пресс- секретары хәбәр итеүенсә, был эште ҡарау бөгөнгә тәғәйенләнгән.

Навальныйҙың адвокаты Вадим Кобзев һүҙҙәре буйынса, блогерҙы полиция хеҙмәткәренең законлы күрһәтмәһен үтәмәүҙә ғәйепләйҙәр. Уны 15 тәүлеккә ултыртыу менән янайҙар.

“Кеше, һаҡ аҫтына алынғас та, адвокат ярҙамына хоҡуғы бар. Уны кисә кис туғыҙҙарҙа ҡулға алғандар, әммә мине янына индермәйҙәр,-”тип белдерҙе Кобзев “Ҡытай- ҡала”эске эштәр бүлеге янында Навльный менән осрашыу көткәндә.

Навальный һәм Яшин оппозицияның ҙур акцияһында ҡатнашҡандар.

Мәскәү үҙәгендә, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, 2 меңдән 10 меңгә ҡәҙәр кеше Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙың һөҙөмтәләре менән килешмәүҙәрен белдерер өсөн йыйылған булғандар.

Таҙа быуалар янындағы санкция алынған митингынан һуң, демонстрацияла ҡатнашыусыларҙың бер өлөшө Үҙәк һайлау комиссияһы яғына китә башлағас, ҡулға алыуҙар башлана. Мәскәүҙең эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 300 кеше һаҡ аҫтына алынған.

Шишәмбе көн иртәнсәк уларҙың күпселеге милиция бүлектәрендә ине әле. Унда уларға административ хоҡуҡ боҙоуҙар хаҡында протоколдар тултырҙылар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий