вторник, 6 декабря 2011 г.

Оппозицияның Мәскәүҙәге акцияһында 300 кеше ҡулға алынған.


Оппозицияның Мәскәү үҙәгендәге митингыһында бер нисә мең кеше ҡатнашты. Улар һайлау тәртибен боҙоуға ҡаршы сыҡтылар һәм Владимир Путиндың отставкаға китеүен талап иттеләр.

Тап 8 йыл президент посын биләгән һәм йәнә был кресло өсөн көрәшергә йыйынған Путин манифестацияла ҡатнашыусыларҙың йәнен көйҙөрә.

”Ошо осор эсендә нимә эшләне һуң ул?-ти блоггер Алексей Навальный.- Иҫ киткес ҙур ышаныс мандаты бар ине уларҙың, Дума уларҙың контроле аҫтында булды, ярҙамға ла мохтаж түгелдәр ине, нефть өсөн ҙур аҡсалар килеп торҙо. Хәҙер беҙ артҡа әйләнеп ҡарайбыҙ ҙа шуны аңлайбыҙ: бер нәмә лә ала алманыҡ- милиция реформаһын да, армия реформаһын да, коррупция менән көрәш тә килеп сыҡманы.”

Оппозицияның властар рөхсәт иткән акцияһы Чистопрудный бульварында булды. Һуңғы ваҡытта үткән сараларҙың иң ҙурыһы ине ул. Митинг бөткәндән һуң, унда ҡатнашыусыларҙың бер өлөшө урамдар буйлап үтергә уйлағас, милиция демонстрацияла ҡатнашыусыларҙы ҡыуа башланы. 300 кеше ҡулға алынды.

Шул уҡ ваҡытта “Берҙәм Рәсәй”партияһы яҡлылар уның һайлаүҙарҙа еңеүен билдәләне. “Беҙҙекеләр”, ‘’Дөйөм Рәсәй Халыҡ фронты’’ һәм’’Берҙәм Рәсәйҙең йәш гвардияһы”хәрәкәте вәкилдәре ҡатнашҡан акция күп һанлыраҡ булды һәм инцидентһыҙ үтте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий