понедельник, 5 декабря 2011 г.

“Берҙәм Рәсәй”конституцион күпселекте ала алманы.


Идара итеүсе “Берҙәм Рәсәй”партияһы Дәүләт Думаһындағы 450 урындың 238-ен алды. Абсолют күпселек 226 урынға тиң.

Рәсәй Федерацияһының Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса,”Берҙәм Рәсәй”өсөн граждандарҙһың 49,54 проценты тауыш биргән. Шулай итеп, идара итеүсе партия конституцион күпселекте юғалта. Әлеге мәлдә бюллетендәрҙең 96 проценты эшкәртелгән.

“Берҙәм Рәсәй” партияһын Борис Грызлов кандидатураһы Дәүләт Думаһы спикеры булараҡ ҡәнәғәтләндерә, тип белдерҙе Мәскәүҙәге матбуғат конференцияһында партияның Генераль советы президиумы секретары.

Думаға үткән партияларҙың һөҙөмтәләре түбәндәгесә бүленә: РФКП 92 урын алды. Уға граждандарҙың 19,16 проценты тауыш бирҙе.

“Ғәҙел Рәсәй”64 урын һәм тауыштарҙың 13,22 процентын алды, ЛДПР- 56 урын һәм 11. 66 %.

“Алма”партияһы тауыштарҙың 3,3 процентын йыйып, дәүләт финанслауына хоҡуҡ алды.

“Рәсәй патриоттары-”0,97 %, “Ғәҙел эш”0,59 % алды.

Халыҡтың 60,2 проценты һайлауға килде, 2007 йыл менән сағыштырғанда был 3 процентға кәмерәк.

Тауыштарҙы иҫәпләүҙең һуңғараҡ ҡалыуы федерацияның 27 субъектында шул уҡ көндө региональ һайлауҙар үтеүе менән бәйле, тип аңлатты Үҙәк һайлау комиссияһы председателе Владимир Чуров.

Комментариев нет:

Отправить комментарий