понедельник, 5 декабря 2011 г.

ПАСЕ һәм ОБСЕ: дәүләт Думаһына һайлауҙарҙарҙа “күп һанлы етешһеҙлектәр”булды.


Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа тауыштарҙы иҫәпләгәндә “күп һанлы етешһеҙлектәр”булыуы билдәләнде. Был хаҡта Европа Советы Парламент Ассамблеяһы һәм Европаның хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек ойошмалары вәкилдәренең берлектәге миссияһын етәкләгән Петрос Эфтимиу Мәскәүҙәге матбуғат коференцияһында белдерҙе.

“Һайлауҙарҙың сифаты тауыштарҙы иҫәпләгәндә етди зыян күрҙе. Унда күп кенә процедураны боҙоуҙар ҙа, мутлашыуҙар ҙа, бюллетендәрҙе ташлау ҙа булды,-”тине ул.

Дөйөм алғанда, һайлауҙар “яҡшы ойошторолғайны”, тип билдәләне ул, тик политик партияларға һайлауҙар барышында тигеҙ мөмкинлектәр бирелмәне, һайлау комиссиялары һәм киң мәғлүмәт саралары “етерлек дәрәжәлә бойондороҡһоҙ түгел ине.”

Мәскәү халҡының һайлауҙар хаҡында фекере:

“Нисегерәк булаһы алдан билдәле ине, шуға күрә тыныс ҡарайым,-”ти бер ир.

“Берҙәм Рәсәй”ҙең агитацияһы Брежнев заманына оҡшап китте. Уларҙың эшен күптәр хуплай, шуға йомшағыраҡ булғанда ла ярар ине, юғиһә артыҡ майлы бутҡа һымаҡ күренде,”-ти һайлауҙан сыҡҡан ҡатын.

“Ғәҙел Рәсәй” Санкт- Петербург һәм Әстерхан буйынса һайлау һөҙөмтәләре менән килешмәй. Тауыштарҙы ҡайтанан иҫәпләүҙе талап итәсәкбеҙ, тип белдерҙе дүшәмбе көн матбуғат конференцияһында партия етәксеһе Сергей Миронов.

Комментариев нет:

Отправить комментарий