понедельник, 5 декабря 2011 г.

Оппозиция “Һайлауҙар - фарс”лозунгыһы аҫтында Таҙа быуа буйында йыйыласаҡ.


“Һайлауҙар- фарс! Илебеҙгә һайлауҙы ҡайтарайыҡ! Халыҡҡа власты ҡайтарайыҡ!”-ошо лозунгылар аҫтында Мәскәүҙә дүшәмбе кис оппозицияның митингыһы буласаҡ.

Таҙа быуа буйындағы йыйылыш мәскәү ваҡыты менән киске 9-ға тәғәйенләнгән. Оппозициялағы “Теләктәшлек”хәрәкәте ойошторған акция хаҡында баш ҡала властары менән килешелгән.

Көн элгәре кис килешеүһеҙ үткәрелгән митингыла 200 тирәһе кеше ҡулға алынған. Манифестацияла ҡатнашыусыларҙың йөҙләбе Триумф майҙанында булған. Ҡулға алыныусылар араһында “Башҡа Рәсәй”хәрәкәте лидеры, билдәле яҙыусы Эдуард Лимонов та бар. Санкт- Петербургта Ҡунаҡһарай янында һәм бүтән урындарҙа акцияла ҡатнашҡан 70 кеше ҡулға алынған.

Йәкшәмбе көн хакерҙарҙың һөжүменә дусар булған Рәсәйҙең мәғлүмәт сайттары эштәрен ҡайтанан башлай алды.

“Мәскәү ауазы”радиостанцияһы, Slon.ru ресурсы, “Ҙур ҡала”сайттарына хәҙер инергә мөмкин.

“Һайлау тәртиптәрен боҙоу картаһы”н селтәргә элгән“Тауыш”(“Голос”) ассоциацияһы сайтына инеү дүшәмбе иртән мөмкин түгел ине.

“Мәскәү ауазы”ның баш редакторы Алексей Венедиктов белдереүенсә, радиостанция Рәсәй Федерацияһының Үҙәк һайлау комиссияһына, Генпрокуратураға һәм МВД-ның компьютер енәйәте менән көрәш идаралығына мөрәжәғәт итәсәк һәм был хәлде тикшереүҙе талап итәсәк. Хакерҙарҙың эшмәкәрлеге Енәйәт кодексындағы ике статьяға тап килә: санкция алмайынса электрон системаһына ҡыҫылыу һәм мәғлүмәтте таратыуға, журналистарҙың һөнәри эшмәкәрлегенә ҡамасаулау.

Комментариев нет:

Отправить комментарий