Украинаның санитар властары саң ҡаға: уҙған йыл рәсми теркәлеү үткән ВИЧ менән ауырыусылар 20,5 мең кешегә артҡан. Бөгөн, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, СПИД вирусы йоҡторған кешеләр һаны 185 мең, рәсми булмаған мәғлүмәттәр буйынса, улар ике тапҡыр күберәк.
Төп хәүефлелек төркөмөндә наркомандар һәм тәртипһеҙ енси тормош алып барған кешеләр.
Надя амфетаминдарға 10 йыл элек әүәҫләнеп киткән. Дезоморфинды ла, “крокодил”ды ла ҡуллана. Бөгөн уға 26 йәш.
”C гепатитытын мин 10 йыл элек йоҡторҙом. Егетем һәм апайым менән бер шприцтан бер нисә тапҡыр ғына файҙаландым,-”тип һөйләй ул.
Алена Пирковская- наркомандарҙы һәм ВИЧ йоҡторғандарҙы мөмкин булғанса ғәҙәти тормошҡа ҡайтырға ярҙам итеүсе хөкүмәттеке булмаған “Ника Киев”ойошмаһы активисы.
СПИД-ты профилактикалау өлкәһендә дәүләт политикаһы уларҙың эшен бер нисек тә еңеләйтмәй: “Программаларыбыҙҙы дәүләт бер нисек тә финансламай. Дарыуҙар мәсьәләһе - ҙур проблема. 40 мең самаһы кеше 2012 йылда дауалана алмаясаҡ.”
2012 йылда СПИД-ты профилактикалауға 324 миллион гривна бүленгән. Хөкүмәттеке булмаған ойошмаларҙың мәғлүмәттәре буйынса, был 25 мең ауырыуға вирусҡа ҡаршы дауалау үткәрергә мөмкинлек бирәсәк.
Эштәрендәге йәнә бер мөһим йүнәлеш- хеҙмәттә ВИЧ йоҡторғандарҙың хоҡуҡтарын һаҡлау өсөн көрәш.
“Миңә диагноз ҡуйғас, ғүмерем өҙөлгән һымаҡ булғайны, ситләтеүҙәрҙән ҡурҡтым,- тип һөйләй Лена.-Әммә күрәм: тормош дауам итә, һәм мин үҙемде яҡшы тоям.”
Көнсығыш Европа илдәрендәге ВИЧ эләктереүселәрҙең 90 проценты Рәсәйҙә һәм Украинала йәшәй тип хәбәр ителә БМО-ның СПИД-ҡа ҡаршы көрәш программаһына бағышланған һуңғы докладында.
Комментариев нет:
Отправить комментарий