Германия полицияһы, неонацистар төркөмөнә ингән кешеләр хаҡында мәғлүмәт йыйыуҙы һорап, халыҡҡа мөрәжәғәт итте. Улар эҙләгән төркөмдә өс кеше булған: Уве Мундпос, Уве Бенхардт һәм Беата Челе. 2000 йылдан алып 2006 йыл эсендә улар 9 иммигрантты һәләк иткәндәр. 2007 йылда полицейский ҡатынды үлтергәндәр.
Полиция иммигранттар атып үлтерелгән ҡоралды, пропагандалаусы бик күп DBD- дискыларҙы тапҡан. Иммигранттарҙы үлтереүҙән тыш банда ағзалары башҡа енәйәттәр ҙә эшләгән. Йыл башында улар Айзенах ҡалаһында банкыны талаған, шунда полиция уларҙың эҙенә төшкән дә инде.
4 ноябрҙә ирҙәр үҙ- үҙҙәренә ҡул һалған. Беата Челе енәйәт эҙҙәрен йәшереү өсөн үҙҙәре йәшәгән йортто яндырырға маташҡан, әммә һуңғараҡ полицияға бирелгән, әле ул һаҡ аҫтында.
Был өсәүҙән тыш полиция Ганноверҙа йәнә бер бандитты- Хольгерҙы тотҡан. Ул неонацистарҙың “Национал- социалистик подполье”ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек итеүе ихтимал.
Комментариев нет:
Отправить комментарий