понедельник, 19 декабря 2011 г.

Төньяҡ кореялылар Ким Чен Ирҙың үлеменә ҡайғырып илай.

Төньяҡ кореялылар Ким Чен Ирҙың үлеме өсөн ҡайғыра. Ул был донъянан шәмбе үк китә, тик КХДР-ҙың дәүләт телевидениеһы был хаҡта дүшәмбе генә хәбәр итә. Төньяҡ Кореяның киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Ким Чен Ир көсөргәнешле физик һәм аҡыл хеҙмәте сәбәпсе булған йөрәк өйәнәгенән вафат була. Йәкшәмбе көн ярып ҡарау быны дөрөҫләгән.
Телевизор экрандары һәм радио аша матәм көйө, хәрби марштар һәм патриотик йырҙар яңғырай. Уларҙа “бөйөк етәксенең үлемһеҙ эштәре”тураһында әйтелә. Рәсми версия буйынса, КХДР-ҙың 69 йәшлек етәксеһе ил эштәре буйынса поезда китеп барғанда вафат булған.

Илдәге күпселек учреждениелар эшләһә лә, Ким Чен Ирҙың үлеменә халыҡ бик ҡайғыра. Кешеләр йәштәрен йәшермәй һәм дәүәләт учреждениелары, сәнәғәт предприятиелары, уҡыу йорттарына ҡуйылған уның портреттары янына йыйыла.

КХДР башлығын ерләү 28 декабрҙә Пхеньянда буласаҡ. Илдә матәм саралары бара. Власты мәрхүмдең өсөнсө улы Ким Чжон Ынға тапшырыу процедураһы башланды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий