пятница, 16 декабря 2011 г.

Рәсәй” БДСО(ВТО)-ға үҙ етештереүсеһен яҡлар өсөн инә.

Наталия Маршалкович, “евроньюс”:

Рәсәйҙең БДСО-ға инеүенең әһәмиәте хаҡында Мәскәү ҡунағы, донъя иҡтисады кафедраһы һәм Юғары иҡтисад мәктәбенең донъя сәйәсәте профессоры, шулай уҡ Рәсәйҙе БДСО-ға индереү буйынса Мәғлүмәт бюроһы директоры Алексей Портанский менән һөйләшәбеҙ.

Күҙ алдында тәрәнәйә барған бөтә донъяға таралған көрсөк барышында “глобалләштереү моделе үҙ мөмкинлектәрен файҙаланып бөттө” кеүегерәк фекерҙәр ишетергә мөмкин. Был хәлдә БДСО-ға инергә кәрәкме икән?

Алексей Портанский, Рәсәйҙе БДСО-ға индереү буйынса мәғлүмәт бюроһы:

Ватаныңдың етештереүселәрен донъя институттарында, айырым алғанда, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инмәйенсә лә яҡларға мөмкин тигән фекер йәшәй. Был яңылыш фекер. Беҙ БДСО-ға үҙ етештереүселәребеҙҙе яҡлар өсөн инәбеҙ ҙә. Бөгөнгө көндә рәсәй иҡтисады- донъяла дискриминацияға иң ныҡ дусар булған иҡтисад. Беҙҙең өсөн тышҡы баҙарҙа бик күп сикләүҙәр бар. Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеп кенә шул сикләүҙәрҙән ҡотола алабыҙ. Бынан тыш рәсәй етештереүселәре һәм экспорт менән шөғөлләнеүселәре өсөн донъя баҙарында киң мөмкинлектәр асыласаҡ. Көрсөккә һәм тәнҡит утына дусар булған глобалләштереүгә килгәндә, ситтә боҫоп ҡалғансы, йәшәп килгән донъяның финанс- иҡтисади тәртиптәрен үҙгәртеүҙә ҡатнашыу күпкә яҡшыраҡ. Юғиһә реформалар барышында Рәсәйҙең милли мәнфәғәттәре иҫәпкә алынмаясаҡ.

“Евроньюс”:

Рәсәйҙең БДСО (ВТО)-ға инеүенән ниндәй тармаҡтар файҙа күрәсәк һәм ниндәйҙәре өсөн ул хәүефле?

А.Портанский:

Беҙҙең БДСО-ға инеүебеҙҙең шарттары шундай: бер тармаҡ та зыян күрмәйәсәк. Айырым предприятеләр ауыр хәлдә ҡалыуы ихтимал, тик бында инде ошоға алып килгән конкрет шарттарҙы анализларға кәрәк. Файҙа күрәсәк тармаҡтар хаҡында әйтергә мөмкин: ҡара металлургия, химия тармағы, тәүге нәүбәттә ашламалар етештереү. Бөгөнгө заманда тауарҙарҙы БДСО ағзаһы булған илдәр генә экспортлай ала, сөнки баҙарҙар күптән бүленеп бөткән, яңылар, яңы конкуренттар, БДСО ағзаһы булмай тороп, унда инә лә алмай.

“Евроньюс”:

Рәсәйҙең БДСО-ға инеүе донъя иҡтисады һәм ойошманың үҙе өсөн нимә бирә?

А.Портанский:

БДСО етәксеһе, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһының генераль директоры Паскаль Лами күп тапҡырҙар белдергәнсә, Рәсәйҙе был ойошмаға алып ҡына ул ысын мәғәнәһендә универсаль булып китәсәк. Ҡытай 2002 йылда БДСО ағзаһы булып китте, хәҙер, 2012 йылда, Рәсәй рәсми рәүештә БДСО ағзаһы буласаҡ. Сауҙа партнерҙарыбыҙ өсөн Рәсәй асыҡ һәм аңлайышлы партнер буласаҡ, сөнки беҙ донъяла ҡалыплашҡан һәм ҡабул ителгән ҡағиҙәләр буйынса эш итәсәкбеҙ. Әйтеүемсә, беҙ донъяуи сауҙа ҡағиҙәләрен булдырыуҙа ҡатнашасаҡбыҙ. Ә БДСО юрисдикцияһына яңынан- яңы тармаҡтар инәсәк, мәҫәлән климаттың, тирә- яҡ мөхиттең үҙгәреүе, шуға күрә төрлө илдәрҙең тырышлыҡтарын координациялау нәтижәлерәк буласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий