Стамбулда курд халҡының ҙур манифестацияһы булып үтте. Авиация һөжүме арҡаһында 35 курдтың һәләк булыуы уларҙың асыуын ҡабартҡан. Граждандар хәрбиҙәрҙе, яңылыш разведка мәғлүмәттәре арҡаһында, Курд эшселәр фирҡәһе боевиктары тип уйлап, тыныс халыҡты бомбаға тотоуҙары өсөн ғәйепләй. Һәләк булғандар Ирак Курдистанынан солярка һәм тәмәке ташыған контрабандистар булып сыҡҡан.
“Ул егеттәр ял итергә сыҡмаған бит,- ти Стамбул кешеһе.-Улар контрабанда менән шөғөлләнгән, ә был осраҡта төрлө хәлдәр була.”
“Бик күңелһеҙ ваҡиға,- тип иҫәпләй икенсеһе.-Тәүге нәүбәттә гуманитар сәбәптәр буйынса, әммә законға таянһаҡ, контрабанда легаль шөғөл түгел. Өҫтәүенә разведка хаталанған, һөҙөмтәлә, шундай ҡайғылы инцидент.”
Төрөк генштабы белдереүенсә, һөжүм булған урында кешеләр йәшәмәй, разведчик- самолет күп кешеләрҙең хәрәкәт итеүен теркәгән. Командование һөжүм итергә булған. Генштаб урындағы армия подразделениелары менән бәйләнеш булдырмаған, ә улар, аҙаҡ беленеүенсә, контрабандистарҙың эше хаҡында хәбәрҙар булған.
Курд эшселәр фирҡәһе вәкилдәре Төркиәлә йәшәүсе курдтарҙы баш күтәрергә саҡырҙы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий