вторник, 3 января 2012 г.

Нью-Йорк, Зукотти паркы: Яңы йыл төнөндәге ҡулға алыуҙар.




Нью-Йоркта “Уолл-стритты баҫып ал”хәрәкәтендә ҡатнашыусылар Яңы йылды ҡаршылыҡ акцияһы менән ҡаршы алдылар. Байрам төнөндә 200 кеше Түбәнге Манхэттендағы  Зукотти паркында йыйылды. 68 кеше ҡулға алынды.

Манифестацияла ҡатнашыусыларҙың ҡайһы берҙәре тимер кәртәләргә үрмәләй башланы. Зукотти территорияһында палатка ҡоролдо, ә был иһә ҡырҡа тыйыла,  ноябрҙә  хәрәкәт активистары ҡорған лагерь властар тарафынан алып ташланғайны инде.

Үткенселәрҙең күбеһе ҡаршылыҡ күрһәтеүселәргә теләктәшлек белдерҙе:

- Мин хәрәкәттә ҡатнашыусылар менән теләктәш, шуға күрә эштәренең киң ҡолас йәйеүенә шатмын.

-Улар дөрөҫ юлда булыуҙарына ышаналар һәм бөтә тырышлыҡтарын һалалар.

-Эйе, уларҙың эшкә  ышаныс менән тотоноуы һәйбәт тә!

АҠШ-та социаль тигеҙһеҙлеккә ҡаршы демонстрациялар сентябрҙә башланды. Ҡаршылыҡ хәрәкәте бөтә илде ялмап алды- манифестациялар көн һайын тиерлек үтә һәм йыш ҡына унда әүҙем ҡатнашыусыларҙы ҡулға алып та ҡуялар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий