вторник, 3 января 2012 г.

Һәр бишенсе испанлы эшһеҙ ҡалды.


Эшһеҙлек кимәле буйынса Испания рекорд ҡуйҙы- 2011 йыл аҙағына ул 21,5 процентҡа етте. 4, 5 миллион кеше эшһеҙ ҡалды һәм хеҙмәт биржаһындағы оҙон сираттарға баҫты.
Халыҡтың һатып алыу мөмкинлеге түбәнәйгәндән- түбәнәйә бара. Автомомобилдәр һатыу һуңғы 18 йыл эсендәге иң түбән кимәлгә етте.
Испандар, ҡоттары осоп, консерваторҙар хөкүмәте иғлан иткән яңы иҡтисади сараларҙың үҙ көсөнә инеүен көтә.
Ҡышҡы һатып алыуҙар, халыҡты нисек тә магазиндарға йәлеп итеү өсөн, 50-70 процент ташлама менән башланды.
“Был кешеләрҙең үтә һаҡсыл булыуы хаҡында һөйләмәй,-тип иҫәпләй ҡулланыусылар федерацияһы башлығы Густаво Самайоа.- Әлеге осраҡта ғаиләләр элек һатып ала алмаған ҡайһы бер нәмәләрҙе алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡтар.”
Хөкүмәт дәүләт хеҙмәткәрҙәренең һанын ҡыҫҡартырға, ҡайһы бер һалымдарҙы арттырырға, социаль түләүҙәрҙе кесерәйтергә, минималь эш хаҡын арттырмаҫҡа уйлай.



Комментариев нет:

Отправить комментарий