вторник, 3 января 2012 г.

Таһран америка авианосецын киҫәтеп ҡуйҙы..




Фарсы ҡултығында көсөргәнешлелек арта. Иран ҡораллы көстәре командующийы америка авианосецына Фарсы ҡултығына әйләнеп ҡайтмаҫҡа тәҡдим итте, юғиһә яуап саралары ҡулланыу менән янаны.

Иран, “Велаят” маневрҙарын иғлан иткәндән һуң , АҠШ авианосецы Ормуз боғаҙы районына инде. Ирандың 24 декабрендә  Ормуз боғаҙында башланған уйындарында яңы төр ракета ҡоралдарына һынау үткәрелде.

Был ваҡиғаларға ябай иранлылар төрлөсәрәк ҡарашта:

“Иран йәштәре залимдарға хөкүмәтебеҙҙең сиктәрен боҙорға юл ҡуймаясаҡ.”

“Ирандар һуғыш көҫәмәй. Ирак менән 8 йыл буйы һуғыштыҡ инде, йәнә бер һуғышты күтәрә алмаясаҡбыҙ. Төрлө илдәр менән һөйләшеүҙәр алып барып, көсөргәнешлектән сығыу сараһын ҡарарға кәрәк.”

Мөһим нефть ташыу артерияһы булып торған Ормуз боғаҙы районындағы хәлдәр ҡатмарлашты, сөнки европа илдәренең Иран нефтенә эмбарго индереү уйына яуап итеп, Иран боғаҙ аша юлды ябыу менән янай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий