вторник, 3 января 2012 г.

АҠШ: Нью-Йорк полицияһы ут төртөүселәрҙе эҙләй.



Нью-Йорктағы ут төртөүселәрҙе эҙләү барышында полиция мәсет бинаһына яғыулыҡ тултырылған шешә ташлаусы ирҙе һүрәтләгән видеокадрҙарҙы халыҡҡа сығарҙы. Был мәлдә мәсеттә йөҙләп кеше булған.

Мәсеттән тыш был бәндә мосолмандар йәшәгән шәхси йортто, ислам тауарҙары кибетен һәм мосолман мәҙәниәт үҙәген яндырырға маташҡан.

Енәйәттәр йәкшәмбегә ҡаршы төндә эшләнгән. Уларҙың сәбәбе дини күрә алмаусылыҡта булыуы ихтимал.

Нью-Йорк штаты губернаторы тикшереүҙе үҙ контроле аҫтына алды.

Шундай уҡ хәлдәр Лос-Анджелеста ла булған. Тәфтишселәр, был ваҡиғалар араһында бәйләнеш булыуы ихтимал, тип иҫәпләй һәм шуны асыҡларға тырыша. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий