среда, 4 января 2012 г.

АҠШ дуҫтары бәләгә тарыны.



Америка үҙенең ғәскәрҙәрен Ирактан сығарғандан һуң, уның менән хеҙмәттәшлек иткәндәр ауыр хәлдә ҡалды. Яҙмыш ҡосағына ташлап киткәндәре өсөн, улар АҠШ-ҡа бик үпкәләй. Тәү сиратта һүҙ тәржемәсе булып эшләгән ираҡтар хаҡында бара. Күп ватандаштары уларҙы һатлыҡ йән тип иҫәпләй. Гел халыҡ алдында булған был кешеләргә хәҙер хәүеф янай.

Аршад америка ғәскәрендә 7 йыл тәржемәсе булып эшләгән, ай һайын мең ярым доллар эш хаҡы алған. Хәҙер ул эшһеҙ, йөҙөн күрһәтергә лә ҡурҡа.

“Мин ҡурҡам,- тип дөрөҫләй Аршад.-Американдар менән хеҙмәттәшлек итеп, мин тормошомдо хәүеф аҫтына ҡуйҙым. Америкаға күсеү өсөн виза һорап мөрәжәғәт иткәйнем, тик һаман яуап юҡ.”

2003 йылда уҡ радикаль имамдар халыҡҡа фәтүә бирҙе. Уның буйынса американдарға ярҙам иткән һәр кеше ислам ҡанундарын боҙған тип иҫәпләнә һәм ҡаты яза алырға тейеш.

Имам Моҡтады ас-Садра яҡлы шәйех Осама Тамини ҙа быны раҫлай:

“Ираҡта баҫҡынсыл ғәскәрҙәр менән хеҙмәттәшлек итеү тыйыла. Был тыйыу әле лә юҡҡа сығарылмаған.”

Америкалылар менән эшләүселәрҙе барыһы ла һатлыҡ йән тип иҫәпләмәй, бигерәк тә тәржемәселәр хәүеф- хәтәрҙән йолоп ҡалғандар быға ҡаршы. Мәҫәлән, бер ҡатын ялыуын дөрөҫ тәржемә итмәгән тәржемәсегә бик рәхмәтле, сөнки был уның файҙаһына ғына булған.

Американдарға ярҙам итеүселәрҙең күбеһе Ираҡтан китергә теләй. Әгәр исемдәре халыҡҡа билдәле булһа, уларҙың ғүмере бер тин дә тормаясаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий