среда, 4 января 2012 г.

Немецтар президенттың отставкаға китеүен талап итә.


Барған һайын нығыраҡ ҡыҫымға алып, Германия президенты Кристиан Вульфтың отставкаға китеүен талап итәләр. Баҫыла төшкән йорт һатып алыуға бирелгән  кредит низағы “Зюддойче Цайтунг”тағы Вульфтың, кредиты хаҡындағы ғауғалы мәғлүмәттәрҙе баҫтырмауҙы талап итеп , журналистарға баҫым яһауын һүрәтләгән мәҡәләнән һуң, яңы көс менән ҡабынып китте.
Көндән- көн күберәк немецтар Бундеспрезиденттың отставкаға китеүен талап итә:
“Тураһын әйткәндә, ул китергә тейеш.”
“Артабан бәхәс ҡороуҙың кәрәге юҡ. Былар барыһы ла илдең исеменә тап төшөрә.”
Матбуғаттың һәм йәмәғәтселектең фекере буйынса, Вульфтың үҙен тотошо федераль президент вазифаһы менән ярашмай, сөнки ул мораль йәһәттән башҡаларға үрнәк булырға тейеш.
Әйҙәүсе немец журналистарының береһе, “Зюддойче Цайтунг”хеҙмәткәре Гериберт Прантль уйынса, Вульфтың эштәре үҙенә генә түгел, бөтә президентлыҡ институтына зыян килтерә.
Әлегә Кристиан Вульф өнһөҙ- тынһыҙ, шулай уҡ,  шау- шыу башланғас, хөкүмәт башлығын һаҡ ҡына яҡлаған Ангела Меркель дә тауыш- тын сығармай.



Комментариев нет:

Отправить комментарий