пятница, 23 декабря 2011 г.

Йәмәнлеләр Салихты судҡа биреүҙе талап итә.

Меңләгән йәмәнлеләр Сана урамдарына сыҡты. Маршта ҡатнашыусылар үҙ вәкәләттәренән баш тартҡан Али Абдалла Салихты хөкүмәткә ҡаршы демонстрацияға сыҡҡан тыныс халыҡты үлтерткән өсөн судҡа биреүҙе талап итә.

Килешеү шарттары буйынса Салихтың суд эҙәрлекләүенән азат ителеүе менән манифестацияла ҡатнашыусылар риза түгел.

Акцияла ҡатнашыусылар һөйләй:

“Беҙ донъяның бөтә гуманитар ойошмаларын, тәүге нәүбәттә БМО-ны Салих эшләгән енәйәттәр теҙмәһен Халыҡ- ара енәйәт судына тапшырырға саҡырабыҙ. Әгәр улар кеше хоҡуҡтарын яҡларға уйлаһалар, әлбиттә.”

Салих фирҡәһе белдереүенсә, был ҡаршылыҡ акциялары күсеш осоронда демонстрацияларҙың туҡтатылыуы тураһындағы килешеүҙе боҙа, шуға күрә әгәр инициатива уңышһыҙ килеп сыҡһа, улар үҙ өҫтөнә яуаплылыҡты алмаясаҡтар.

БМО-ның Йәмәндәге махсус вәкиле хәбәр итеүенсә, ул Салихтың тыныс килешеү шарттарын үтәүенә өмөтләнә. Илсенең һүҙҙәре буйынса, июндәге һөжүмдән әле булһа мандый алмаған Салих, власты тапшырғандан һуң, сит илгә дауаланырға китәсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий